12:22 (UTC+5), 02 Июня 2009

1700-ләп мәктәп лагеры балалар өсөн ишектәрен асасаҡ

Эльмира Сабирова
Быйыл йәй Башҡортостанда балалар өсөн 1700-ҙән ашыу көндөҙгө ял үҙәге асыласаҡ. Уларҙа 100 меңдән ашыу бала ял итәсәк. Өфөлә сәләмәтләндереү миҙгеле башланды ла инде. Баш ҡалала 148 мәктәп һәм өҫтәмә белем биреү учреждениеһы эргәһендә лагерҙар ойошторолдо, улар 11 мең 300-ҙән ашыу баланы солғап алды.
БР Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, эшләүсе ата-әсәләрҙең күбеһе балаһы йәйге каникул ваҡытында өлкәндәр ҡарауы аҫтында булһын, дөрөҫ туҡланһын һәм ваҡытын файҙалы итеп үткәрһен өсөн уны лагерға урынлаштырыуҙы өҫтөн күрә. Етмәһә, ҡала лагерына путевканы һәр ғаилә ала ала, сөнки унда балаларҙың ялы Социаль страховкалау средстволары иҫәбенә бушлай ойошторола.
Ата-әсәләргә бары буш ваҡыт программаһына ғына аҡса бүлергә тура киләсәк. Ҡала лагерында уҡыусыларға тәҡдим ителгән күңел асыуҙар араһында - театрға, кинотеатрға, музейға, боулингҡа, паркка походтар һәм башҡалар. Шулай уҡ смена барышында балалар өсөн төрлө конкурстар, спорт һәм интеллектуаль уйындар ойоштороласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика