12:03 (UTC+5), 01 Июня 2009

Балаларҙы һаҡларға кәрәк

Марият Артюхова
Бөгөн балаларҙы яҡлау көнө. Статистикаға ярашлы (2008 йылдың 1 ғинуарына ҡарата мәғлүмәттәр), был байрамды Башҡортостанда 482 мең самаһы бала билдәләй. Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең БР буйынса территориаль органы хәбәр итеүенсә, егерме йыл элек ун йәшкә тиклемге балалар һаны бер ярым тапҡырға күберәк - 764 мең - ине.
2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республикала был йәштәге балалар һаны 497 мең булған. 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу араһындағы осор тыуым кимәле буйынса иң түбән булған. 1999 йылда, мәҫәлән, республикала ни бары 41,4 мең бала тыуған - был һуғыштан һуңғы йылдарҙағы иң түбән күрһәткес.
Һуңғы ун йылда төбәктә тыуым яңынан арта башланы. 2007 йылда 51,4 мең, 2008 йылда 54,5 мең сабый донъяға килде. Тыуым коэффициенты бөтә республика халҡынан бер мең кешегә 13,4 бала тыуыу тәшкил итте (Рәсәйҙә уртаса - 12,1). Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында беренсе урын биләй.
Статистиктар раҫлауынса, әлеге тыуым кимәле быуындар алмашыныуын ҡаплай алмай. Ябай үрсеү өсөн һәр ун ҡатын 22-23 бала табырға тейеш, ә хәҙерге ваҡыттағы кеүек 15 тирәһе түгел.
Шулай уҡ бала табыусыларҙың уртаса йәше артыу тенденцияһы күҙәтелә. Әгәр 1989 йылда ул 25,9 йәш тәшкил итһә, 2002 йылда - 26,8, 2007 йылда иһә - 27 йәш.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика