12:21 (UTC+5), 28 Мая 2009

Етем балалар файҙаһына хәйриә акцияһы

Эльмира Сабирова
29 майҙан 3 июнгә тиклем Өфөнөң ҙур сауҙа үҙәктәрендә етем һәм ата-әсәләре баш тартҡан балалар өсөн бер тапҡыр ҡулланыла торған йүргәктәр (подгузниктар) йыйыу буйынса хәйриә акцияһы үтәсәк. Уны ойоштороусы - "Балаларыбыҙ" хәйриә фонды.
29 майҙан 31-енә тиклем бер тапҡыр ҡулланыла торған йүргәктәр йыйыуҙың ваҡытлыса пункттары "Ғаилә" сауҙа үҙәгендә асыла.
"Башҡортостан" сауҙа үҙәгендә улар июндең тәүге өс көнөндә ойоштороласаҡ. Эш көндәрендә был пункттар 16 сәғәттән 20 сәғәткә тиклем эшләйәсәк, ә ял көндәрендә - 14 сәғәттән 20 сәғәткә тиклем.
Акцияла һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн бер төргәк (бер нисәү булһа, бигерәк тә яҡшы) йүргәктәр һатып алып, уны ойоштороусыларға тапшырырға кәрәк, ә улар был йүргәктәрҙе республикабыҙҙың балалар йорттарындағы һәм дауаханаларындағы ата-әсәләре баш тартҡан сабыйҙарға алып барасаҡ.
Өҫтәмә мәғлүмәтте 273-71-70 телефоны аша йәки http://nashideti.org/ сайтында алырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика