17:47 (UTC+5), 26 Май 2009

Бөгөн Рәсәйҙә БДИ старт ала

Эльмира Сабирова
26 майҙа - 2009 йылда мәктәпте тамамлаусыларға дәүләт йомғаҡлау аттестацияһының тәүге көнөндә - БДИ формаһында имтихан тапшырыу биология, информатика һәм мәғлүмәт- коммуникация технологиялары буйынса үткәрелә.
БР Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, биологияны - 6492, ә информатиканы 4204 кеше тапшырасаҡ. Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашыусылар һаны бөтәһе 30 меңдән ашыу тәшкил итәсәк тип көтөлә.
Республикала имтихан үткәреү өсөн 129 пункт әҙерләнгән. 29 майҙа һәм 4 июндә тап шул тиклем пункт эшләйәсәк, сөнки был көндәрҙә балалар мотлаҡ һәм шуға күрә лә иң популяр предметтарҙы: рус теле һәм математика буйынса имтихан тапшырасаҡ. Башҡа дисциплиналарҙы БДИ формаһында тапшырған ваҡытта 70 пункт эшләйәсәк.
БР Мәғариф министрлығы тарафынан БДИ үткәреү пункттарында БДИ регламенты менән ҡаралған шарттарҙы: хоҡуҡ тәртибен һаҡлау, контроль-үлсәү приборҙарын килтереү һәм һаҡлау ҡағиҙәләрен күҙәтеү, медицина персоналының дежур итеүе, элемтә һәм электр энергияһы биреү линияларының тотороҡло эшләүен тәьмин итеүсе бөтә республика хеҙмәттәре һәм ведомстволарын ведомство-ара яраштырыу буйынса эш үткәрелде.
Имтихандар сәғәт 10-да башлана. Информатика һәм мәғлүмәт- коммуникация технологиялары буйынса имтихандың оҙайлылығы - дүрт сәғәт (240 минут), биология буйынса өс сәғәт (180 минут) тәшкил итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика