12:17 (UTC+5), 20 Мая 2009

Милли оркестр халыҡ-ара фестивалдә ҡатнашасаҡ

Әлфиә Әһлиуллина
Башҡортостан Республикаһының Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры Н.Н. Калинин исемендәге профессиональ халыҡ оркестрҙарының III халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашыу өсөн Волгоградҡа китте. Ул 21 майҙа Волгоград өлкә филармонияһының Ҙур залында тантаналы асыла. Был турала "Башинформ" агентлығына башҡорт оркестрының художество етәксеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Рәмил Ғәйзуллин хәбәр итте.
Рәмил Мәүлит улы әйтеүенсә, Н.Н. Калинин исемендәге III халыҡ оркестрҙары фестивале сағыу һәм йөкмәткеле булырға вәғәҙә итә - унда Туланан, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Дондағы Ростовтан, Ҡалмыҡстандан, шулай уҡ Япониянан коллективтар ҡатнашасаҡ. Байрамға Рәсәйҙең Н.П. Осипов исемендәге Милли академия халыҡ музыка ҡоралдары оркестры артисы, РФ-тың атҡаҙанған артисы Татьяна Калинина-Левкина киләсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика