18:09 (UTC+5), 19 Мая 2009

Әсәлек һәм балалыҡ менән бәйле пособиелар ҡайтанан иҫәпләнә

Елена Макушина
Әсәлек һәм балалыҡ менән бәйле пособиелар ҡайтанан иҫәпләнәсәк. Был турала "Башинформ" агентлығына РФ Социаль страховкалау фондының БР буйынса төбәк бүлексәһе дәүләт идаралығы идарасыһы Марат Латипов хәбәр итте. Был 2009 йылдың 1 ғинуарынан балалар пособиеһы күләме артыу менән бәйләнгән.
Хәҙер мотлаҡ социаль страховкалау средстволары иҫәбенә предприятиеларҙа страховкаланған граждандарға бала йәш ярымға еткәнгә тиклем ай һайын түләнә торған пособие эш урынынан бала тәрбиәләү буйынса отпускыға сыҡҡан айға тиклемге һуңғы 12 календарь айҙағы уртаса эш хаҡының 40 проценты күләмендә түләнә. Бында беренсе балаға пособиеның минималь күләме, район коэффициентын иҫәпкә алып, 2154,07 һум тәшкил итә, икенсе һәм унан һуңғы балаларҙы тәрбиәләү буйынса - 4308,13 һум. Шул уҡ ваҡытта айлыҡ пособиеның максималь күләме календарь ай өсөн 8616,25 һумдан ашмаҫҡа тейеш.
Бала тыуғанда бер тапҡыр түләнә торған пособие хәҙер 11488,34 һум тәшкил итә, ә ауырға ҡалыуҙың иртә срогында медицина учреждениеһында иҫәпкә торған эшләүсе ҡатындарға пособие - 430,81 һум. Тәғәйенләнгән пособиеларҙы ҡайтанан иҫәпләүҙе эш биреүсе атҡара.
Шулай уҡ эшләмәүсе граждандар өсөн, атап әйткәндә, балаһын ҡараған һәм мотлаҡ социаль страховкалауҙа тормаған эшләмәүсе әсәләргә һәм ойошма ябылыу сәбәпле эштән сығарылған ҡатын-ҡыҙҙарға пособиелар ҙа индексацияланды. Хәҙер улар өсөн бала тыуғанда бер тапҡыр түләнә торған пособие, район коэффициентын иҫәпкә алып, 11488, 34 һум тәшкил итә, бала йәш ярымға еткәнгә тиклем айлыҡ пособие беренсе балаға - 2154,07 һум, икенсе һәм унан һуңғы балаларға 4308,13 һум тәшкил итә.
Ә бына ойошма бөтөрөлөү һәм шәхси эшҡыуарҙар сифатында эшмәкәрлекте туҡтатыу кеүек сәбәптәр менән бәйле эштән сығарылған ҡатын-ҡыҙҙарға ауырға ҡалыу һәм бала табыу буйынса түләнгән пособие хәҙер 430,81 һум тәшкил итә. Тәғәйенләнгән пособиеларҙы халыҡты социаль яҡлау органдары ҡайтанан иҫәпләйәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика