11:58 (UTC+5), 19 Мая 2009

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу эмблемаһы раҫланды

Марият Артюхова
Рәсәй Президенты ҡарамағындағы геральдия Советы халыҡ иҫәбен алыуҙың рәсми символы сифатында 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу эмблемаһын теркәне. "Халыҡ иҫәбен алыу-2010" Федераль матбуғат үҙәге хәбәр итеүенсә, 4846 һаны аҫтында теркәлгән эмблема иҫәп алыу ҡағыҙҙары бланкаларында һәм иҫәп алыусыларҙың танытмаларында урынлаштырыласаҡ, матбуғат конференциялары һәм башҡа саралар үткәргәндә файҙаланыласаҡ.
Эмблема матбуғат баҫмаларында һәм телевидениела, Рәсәй социаль селтәрҙәрендә, плакаттарҙа һәм сувенир продукцияһында барлыҡҡа киләсәк. Эмблема менән махсус почта маркаһы һәм тәүге көн конверты сығарыу планлаштырыла. Рәсәй банкы тарафынан 2010 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға арналған өс һумлыҡ көмөш тәңкәне әйләнешкә сығарыу ҡаралған.
Эмблема ҡулға-ҡул тотоношҡан кешеләр фигуралары төшөрөлгән түңәрәктән ғибәрәт. Һүрәт ил берҙәмлеген һәм уның халыҡтары берлеген символлаштыра. Түңәрәктең аҫҡы өлөшөнә урынлаштырылған оҙонса түңәрәктә халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреү йылы - 2010 - күрһәтелгән. Оригиналда кешеләр һындары, уларҙы уратып алған түңәрәк һәм "Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу" тигән яҙыу күк төҫ менән төшөрөлгән. Йыл күрһәтелгән оҙонса түңәрәк - ҡыҙыл, ә үткәреү йылы - аҡ төҫтә. Эмблема ҡара-аҡ төҫтә булыуы ла мөмкин.
Халыҡ иҫәбен алыу символы 2002 йылғы иҫәп алыу эмблемаһының төп элементтарын һаҡлаған, әммә масса араһынан бер кеше фигураһы уртала айырылып тора. Алдағы халыҡ иҫәбен алыу девизы: "Рәсәйгә һәр береһе мөһим".
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика