12:58 (UTC+5), 14 Мая 2009

Нефтекаманан уҡыусы - Бөтә Рәсәй олимпиадаһы призеры

Эльмира Сабирова
Нефтекаманан 11-се синыф уҡыусыһы Ринат Солтанов Рәсәй нанотехнологиялар корпорацияһы менән берлектә Михаил Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты үткәргән "Нанотехнологиялар - киләсәккә ынтылыш" III Бөтә Рәсәй интернет-олимпиадаһы призеры булды.
"Химия" дисциплинаһында Башҡортостандан уҡыусы тиҫтерҙәре араһында иң яҡшыларҙың береһе булды һәм икенсе урын яуланы.
Олимпиадала ҡатнашыуға теркәлгән 6000 кешенән 137-һе көндөҙгө турға үтте. Былар Рәсәйҙең 49 ҡалаһынан һәм БДБ илдәре: Беларусия, Ҡаҙағстан, Тажикстандан уҡыусылар, студенттар, йәш ғалимдар һәм аспиранттар.
Көндөҙгө тур сиктәрендә балаларға теоретик мәсьәләләрҙе сисергә һәм нанотехнологиялар буйынса ғилми-белем биреү үҙәгенең хәҙерге заман тикшеренеү ҡорамалында эксперимент үткәрергә тура килде.
Еңеүсе дипломынан тыш, Ринат "Роснано"нан 20000 һум аҡса ла алды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика