Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.53
+0.06
92.27
-0.01
66.6
-0.14
16+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Май 2009, 19:03
"Ғаилә" үҙәгендә асыҡ ишектәр көнө
15 майҙа, Халыҡ-ара ғаилә көнөндә, "Ғаилә" психологик-медик-социаль оҙатыу үҙәге һәм Өфө хакимиәтенең опека һәм попечителлек буйынса идаралығы асыҡ ишектәр көнө үткәрә.
Был сара тәүге тапҡыр үткәрелә, ул йәмғиәтебеҙҙең нигеҙе булып торған институты - ғаиләне нығытыуға йүнәлтелгән.
Асыҡ ишектәр көнө программаһында - ғаилә һәм балалыҡ мәсьәләләре буйынса "ҡыҙыу линия" эше (телефон: 241-42-30) һәм сәғәт 9-ҙан 20 сәғәткә тиклем бушлай индивидуаль психологик һәм юридик консультация үткәреү.
"Ғаилә" психологик-медик-социаль оҙатыу үҙәгенең адресы: Өфө ҡалаһы, Комсомол урамы, 79.
Бөтә һорауҙар менән 241-42-30 телефоны аша мөрәжәғәт итергә.
Автор:
Эльмира Сабирова
Теги:
"ғаилә" үҙәге
асыҡ ишектәр көнө
Читайте нас: