18:23 (UTC+5), 12 Мая 2009

Айырым янғынға ҡаршы режим индерелде

Елена Макушина
7 майҙан 30-ына тиклем Башҡортостанда айырым янғынға ҡаршы режим индерелде. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса дәүләт идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, айырым янғынға ҡаршы режим ғәмәлдә булған осорҙа сүп-сар яндырған һәм усаҡ яҡҡан өсөн ярайһы уҡ күләмдә штрафтар ҡаралған.
Административ хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙар тураһында кодекстың 20.4 статьяһына ярашлы, стандарттар, нормалар һәм ҡағиҙәләр тарафынан билдәләнгән янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған өсөн, был Кодекстың 8.32, 11.16 статьялары менән ҡаралған осраҡтарҙан тыш, граждандарға иҫкәртеү яһала йәки 500 һумдан 1000 һумға тиклем күләмдә административ штраф һалына; вазифалы кешеләргә - 1000 һумдан 2000 һумға тиклем штраф; юридик шәхес лицензияһы алмайынса эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге алып барыусыларға 1000 һумдан 2000 һумға тиклем штраф һалына йәки 90 тәүлеккә тиклем ваҡытҡа эшмәкәрлеге административ рәүештә туҡтатыла; юридик шәхестәргә - 10000 һумдан 20000 һумға тиклем штраф йәки эшмәкәрлеге 90 тәүлеккә тиклем административ рәүештә туҡтатыла.
Айырым янғынға ҡаршы режим шарттарында яһалған ошондай уҡ ғәмәлдәре өсөн граждандарға - 1000 һумдан 1500 һумға тиклем; вазифалы кешеләргә - 2000 һумдан 3000 һумға тиклем; юридик шәхестәргә 20000 меңдән 30000 һумға тиклем штраф һалына.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика