18:26 (UTC+5), 12 Мая 2009

"Алтын тирмә" милли театрҙар фестивале финалы үтәсәк

13-16 майҙа республикала милли театрҙарҙың "Алтын тирмә" төбәк-ара фестиваленең йомғаҡлау этабы үткәрелә. Финал Ғафури районы биләмәһендә үтәсәк, уның коллективы - Ғафури халыҡ театры - уҙған йылғы фестивалдә еңеүсе булғайны.
Сараны ойоштороусы, Республика халыҡ ижады үҙәгенең театр жанры методисы Тәнзилә Ҡалмурзина хәбәр итеүенсә, фестивалдең йомғаҡлау этабына 17 коллектив үтте - улар зона һайлап алыу турҙарында еңеүселәр, Татарстандан, Мари Иленән, Ырымбур һәм Силәбе өлкәләренән ҡатнашыусылар.
Финалға сығыусыларҙың сығыштары өс майҙансыҡта барасаҡ - Красноусол ауылындағы район Мәҙәниәт йортонда, "Красноусол" шифаханаһының Ял үҙәгендә һәм Үтәк ауыл Мәҙәниәт йортонда.
Асыу тантанаһы 13 майҙа район Мәҙәниәт йортонда үткәрелә. Был көндө ошонда уҡ Ҡырмыҫҡалы халыҡ театры үҙ программаһын күрһәтәсәк.
"Алтын тирмә" фестиваленә 16 майҙа йомғаҡ яһаласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика