12:36 (UTC+5), 06 Мая 2009

"Фәндә тәүге аҙымдар" Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе

Эльмира Сабирова
136-сы башҡорт лицейының һигеҙенсе синыф уҡыусыһы Йәмил Намаҙбаев "Фәндә тәүге аҙымдар" III Бөтә Рәсәй балалар конкурсында еңеүсе булды. "Шәхес тәрбиәләүҙә "Урал батыр" эпосының роле" эше өсөн уға I дәрәжә диплом бирелде.
Конференцияла еңеү алдынан Йәмил "Урал батыр" эпосын башҡарыусыларҙың ҡала конкурсында Гран-при яуланы. Һуңыраҡ уҡыусы республика ярышында ҡатнашты, бында ла ул тамашасыларҙың һөйөүен яуланы һәм икенсе урынға лайыҡ булды. Призер булып, ул Бөтә Рәсәй кимәлендә Башҡортостан исеменән сығыш яһау хоҡуғын алды.
- Үҙ хеҙмәтемдә мин "Урал батыр" эпосы бөгөн дә йәш быуынды тәрбиәләү эшендә тос роль уйнауын, ә унда күтәрелгән изгелек һәм яуызлыҡ, ҡомһоҙлоҡ һәм эскерһеҙлек, һөйөү һәм нәфрәт, атайҙар һәм балалар мөнәсәбәттәре, көслө һәм көсһөҙ проблемалары хәҙерге донъяла ла тәрән актуаль булыуын күрһәтергә маташтым, - ти Йәмил. - Мин эпосты өйрәнеүсе балалар һаны йылдан-йыл арта барыуына үтә лә шатланам. Тимәк, халҡыбыҙҙың киләсәге бар, телде, мәҙәниәтте ата-олатайҙарыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм риүәйәттәрен һаҡлаясаҡ быуын үҫә.
Лицей уҡыусыһының бындай ҙур уңышында, һис шикһеҙ, уның ғилми етәксеһе - 136-сы башҡорт лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнур Зарипованың да өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика