12:30 (UTC+5), 06 Мая 2009

Һаулыҡ һаҡлауға сығымдар 20,3 процентҡа артты

Елена Макушина
Иҡтисади көрсөккә ҡарамаҫтан, 2009 йылдың беренсе кварталында республика һаулыҡ һаҡлауына дөйөм сығымдар күләме 20,3 процентҡа артты һәм 4 215 миллион һум тәшкил итте. Был турала БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коллегияһының һаулыҡ һаҡлау идаралығы органдары һәм учреждениеларының эшмәкәрлеге йомғаҡтарына арналған ултырышында министр вазифаһын башҡарыусы Зөфәр Мортазин хәбәр итте.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы үткәргән мониторинг мәғлүмәттәренә ҡарағанда, беренсе кварталда республикала 11 мең кеше вафат булған. Үлем сәбәптәре структураһында беренсе урынды - ҡан әйләнеше системаһы, икенсене - яман шештәр, өсөнсө урынды имгәнеүҙәр, ағыуланыуҙар һәм тышҡы сәбәптәрҙең башҡа төрлө эҙемтәләре биләй.
БР халҡының йоғошло сирҙәр күрһәткестәре, сальмонеллез, дизентерия һәм бөйөр синдромы менән геморрагик биҙгәктән ҡала, Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестәрҙән кәмерәк.
Коллегия ултырышы барышында Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген баһалауға ҡағылышлы мәсьәләһе ҡаралды. Атап әйткәндә, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшмәкәрлектең һөҙөмтәлелеге эш хаҡы кимәле, госпиталләштереү, медицина ярҙамы күрһәтеү күләме күрһәткестәре буйынса баһалана.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика