11:24 (UTC+5), 14 Апрель 2009

Йәштәр фәне көндәренә әүҙем әҙерлек бара

Лиә Нәғимова
- Өфөлә 13-15 майҙа үтәсәк Йәштәр фәне көндәре Башҡортостанда Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылының төп сараларының береһе буласаҡ, - тип билдәләне БР сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры Юрий Пустовгаров, БР Хөкүмәте йортонда Йәштәр фәне көндәренә әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитетының беренсе ултырышын асып.
БР Президенты Мортаза Рәхимов үҙенең Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә, фәнде һәм мәғарифты Башҡортостандың инновацион үҫешен тәьмин итерлек кимәлгә сығарырға кәрәк, тип билдәләне. Йәштәр фәне көндәре республиканың инновацион үҫешендә фәндең ролен күтәреү, ғалим һәм уҡытыусы һөнәренең абруйын нығытыу, шулай уҡ фәнни-техник һәм инновацион өлкәләргә һәләтле йәштәрҙе ылыҡтырыу, интеллектуаль ижади йәштәрҙе туплау һәм уларҙы республиканың һәм тотош Рәсәйҙең фәнни һәм инновацион үҫеш проблемаларын хәл итеүгә йүнәлтеү бурыстарын үҙенең төп маҡсаттары итеп ҡуя.
Ултырыш барышында ойоштороу комитеты ағзалары әҙерлектең төп йүнәлештәрен билдәләне, төрлө сараларҙы финанслауға, башҡа республикаларҙан һәм өлкәләрҙән ҡатнашыусыларҙы урынлаштырыуға, Йәштәр фәне көндәрен асыу һәм ябыу сценарийына ҡағылышлы ҡайһы бер мәсьәләләрҙе тикшерҙе.
Ойоштороу комитетының киләһе ултырышы БР Хөкүмәте йортонда 5 майҙа үткәреләсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика