12:25 (UTC+5), 13 Апреля 2009

Халыҡ иҫәбен алыусы һәр хеҙмәткәргә 380 кеше тура киләсәк

Марият Артюхова
2010 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу осоронда халыҡ иҫәбен алыусы бер хеҙмәткәргә уртаса 380 кешене теркәргә тура киләсәк. Аныҡ нисбәтте билдәләү өсөн быйыл Башҡортостанда райондарға бүлеп халыҡ иҫәбен алыу үткәреләсәк, ваҡытлыса эшләүсе иҫәп алыусыларға талап билдәләнәсәк, иҫәп алыу, инструктор участкаларын урынлаштырыу өсөн кәрәкле биналар һаны билдәләнәсәк. Халыҡ иҫәбен алыу - ирекле эш булыу сәбәпле, иҫәп алыу тулылығын тәьмин итерлек, халыҡты ике тапҡыр иҫәпкә алыуға юл ҡуймаҫлыҡ саралар комплексы эшкәртеү бурысы тора.
Сираттағы иҫәп алыу 2010 йылдың 14 октябрендә 00 сәғәттә башлана.
Рәсәй Статистика идаралығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре халыҡтың төрлө социаль-демографик төркөмдәре хәлен аныҡлаусы мәғлүмәт алырға ярҙам итәсәк. Улар дәүләттең һәм айырым төбәктәрҙең социаль сәйәсәте сараларын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән финанс сығымдарын баһалау өсөн кәрәкле булған күп демографик күрһәткестәрҙе иҫәпләп сығарырға мөмкинлек бирәсәк. Халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре халыҡҡа ҡағылышлы артабанғы бөтә иҫәп-хисаптар һәм социаль-демографик процестар мониторингы нигеҙе, шулай уҡ пенсия реформаһын мәғлүмәти тәьмин итеүҙе индереп, халыҡтың иҫәбен һәм составын оҙайлы ваҡытҡа күҙаллау өсөн база булып торасаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика