12:33 (UTC+5), 09 Апреля 2009

Ташҡын сигенә

Евгений Рәхимҡолов
Апрель айы башында республиканың айырым райондары халҡын ныҡ ҡына борсоған ташҡын хәҙер сигенә. Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, уҙған тәүлектә ҙур йылғаларҙың күбеһендә һыу кимәле кәмеүе билдәләнде.
Һыу кимәле бигерәк тә Ағиҙел йылғаһында Өфө эргәһендә (тәүлегенә 77 сантиметрға) һәм Охлебинино ауылы районында (66 сантиметрға) ныҡ кәмене. Әй йылғаһы кимәле Мәтәле ауылы эргәһендә аҫҡа төштө. Ҡариҙел, Сим, Ашҡаҙар, Стәрле йылғаларында һыу бер аҙ кәмеүе күҙәтелде.
Һыу кимәле Дим йылғаһында Бочкарево ауылы эргәһендә - туғыҙ сантиметрға, Оло Ыйыҡ йылғаһында Мораҡ ауылы эргәһендә - шулай уҡ туғыҙ сантиметрға, Ағиҙелдә Андреевка ауылы янында 68 сантиметрға күтәрелеүе билдәләнде.
Республика йылғаларының күбеһе бөгөн боҙҙан таҙарынды. Уҙған тәүлектә өс урында ғына боҙ китеү күҙәтелде - Ҡариҙел йылғаһында Үрге Һөйән ауылы эргәһендә, Әй йылғаһында Мәтәле ауылы янында һәм Йүрүҙән йылғаһында Сулпан ауылы янында.
Йылғаларҙа һыу кимәленең кәмеүе ҡапыл йылынғандан һуң һауа температураһы ҡабаттан түбән төшөүе менән аңлатыла. Әммә ай уртаһында көндәр йылына башларға тейеш, шуның менән бәйле республикала ташҡындың икенсе тапҡырына күтәрелеүе көтөлә, ул, ихтимал, 22-25 апрелгә тура килер.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика