12:21 (UTC+5), 09 Апреля 2009

Ғилми-ғәмәли конференция үткәрелә

Марина Шумилова
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтында "ХХI быуатта актуаль хоҡуҡ һәм дәүләт проблемалары" халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы үтә. Ғилми форумда Мәскәүҙәге БМО Мәғлүмәт үҙәге вәкиле, Рәсәйҙең күп төбәктәренән, шулай уҡ яҡын сит илдәрҙән - Украина, Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстандан билдәле ғалимдар, дәүләт власы органдары вәкилдәре, Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша.
- Беҙҙең конференция хоҡуҡ һәм дәүләттең хәҙерге замандағы үҫеш проблемаларына, дәүләт власы органдары һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарының енәйәтселеккә ҡаршы көрәштә үҙ-ара эш итеү, хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеген камиллаштырыу мәсьәләләренә, дөйөм алғанда, глобалләштереү һәм донъя иҡтисади көрсөгөн йырып сығыу проблемаларына арналa, - тине "Башинформ" агентлығына Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты начальнигының ғилми эш буйынса урынбаҫары, милиция полковнигы, юридик фәндәр докторы Ришат Ниғмәтуллин.
Институт ғилми-ғәмәли конференцияларҙы ун йылға яҡын инде йыл һайын үткәрә. 2007 йылда бындай фәнни форум - ойошҡан енәйәтселеккә ҡаршы көрәштең халыҡ-ара һәм милли проблемаларына, 2008 йылда наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш проблемаларына арналды. Конференция йомғаҡтары буйынса материалдар йыйынтыҡтары сығарыла, улар ғилми тикшеренеүҙәрҙә һәм уҡыу процесында бик тә талап ителә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика