18:06 (UTC+5), 08 Апрель 2009

Йәйге профилле лагерҙар программалары конкурсы

Эльмира Сабирова
БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты йәштәр сәйәсәте һәм балалар йәмәғәт берекмәләре учреждениелары араһында йәйге профилле лагерҙар программалары конкурсы башланыуы тураһында иғлан итте. Ижади ярыш Башҡортостанда Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылына һәм 2007-2010 йылдарға "Башҡортостан йәштәре" һәм 2006-2010 йылдарға "Башҡортостан Республикаһы балалары" Президент программаларын тормошҡа ашырыуға арналған саралар сиктәрендә үткәрелә. Конкурстың бурысы - профилле лагерҙарҙың балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәрҙең рухи, интеллектуаль, ижади, физик һәм социаль талаптарын бойомға ашырыуға йүнәлтелгән инновацион программаларын һәм проекттарын асыҡлау. БР муниципаль райондары һәм ҡала округтарының йәштәр сәйәсәте учреждениеларынан конкурста ҡатнашыуға заявкалар 12 майға тиклем Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10, 25-се бүлмә адресы буйынса ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефон: 251-57-19.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика