12:02 (UTC+5), 08 Апрель 2009

Ташҡын осоронда һыу сифаты айырыуса иғтибар талап итә

Евгений Рәхимҡолов
Роспотребнадзорҙың БР буйынса идаралығы һәм уның территориаль бүлектәре ташҡынға әҙерлек башынан алып республиканың эпидемиологик мөһим һәм химик бысраныу яғынан потенциаль хәүефле 141 объектында тикшереү үткәрҙе. Был турала республика ташҡынға ҡаршы комиссия ултырышында идаралыҡ етәксеһе урынбаҫары Нина Кондрова хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, республика һыулыҡтарының күбеһен таҙартыу һәм зарарһыҙландырыу хәле кәрәкле таҙартыу ҡоролмалары комплексы булмау арҡаһында ҡәнәғәтләнерлек түгел. Мәҫәлән, ҡайһы бер райондарҙа асыҡ һыулыҡтарға таҙартылмаған йәки өлөшләтә генә таҙартылған хужалыҡ-көнкүреш һыуҙары ағып төшә. Шулай уҡ предприятиеларҙан ағып төшкән микробиологик һәм санитар-химик күрһәткестәр буйынса гигиена нормативтарына тап килмәгән бысраҡ һыуҙарҙы таҙартыу технологияһын боҙоу осраҡтары билдәләнә. - Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводынан ағып төшкән һыуҙа нефть продукттары миҡдары норманан ике тапҡырға артығыраҡ, ә "Сода" асыҡ акционерҙар йәмғиәте ташлама һыуҙарында - биш тапҡырға, - тине Нина Кондрова. - Ҡайһы бер райондарҙа производство һәм ҡулланыу ҡалдыҡтарын өйгәндә санитария ҡағиҙәләре күҙәтелмәй, шулай уҡ йылға-күлдәрҙең санитар-һаҡ зоналарына ҡалдыҡтарҙы рөхсәтһеҙ сығарып ташлау күренештәре асыҡланды. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса идаралыҡ инспекторҙары бөтәһе 211 мең һумға 95 штраф һалды. Ҡағиҙә боҙоусыларҙың барыһына ла санитария закондары талаптарын боҙоуҙарҙы бөтөрөү тураһында тейешле күрһәтмәләр бирелде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика