11:52 (UTC+5), 08 Апреля 2009

Республикала Йәштәр фәне көндәре үтәсәк

IMPORT Сервисный
Республиканың инновацион үҫешендә фәндең ролен күтәреү, ғалим һәм уҡытыусы профессияһының абруйын нығытыу, фәнни-техник өлкәгә һәләтле йәштәрҙе йәлеп итеү маҡсаттарында 13 майҙан 15-енә тиклем Өфөлә Йәштәр фәне көндәре үтәсәк. БР Хөкүмәте ҡарары менән уны үткәреү датаһы билдәләнде һәм БР Хөкүмәтенең ике вице-премьеры: сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры Юрий Пустовгаров, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев етәкселегендә ойоштороу комитеты составы раҫланды. Фән көндәре сиктәрендә Өфөлә Инновациялар салоны, Волга буйы федераль округының Йәш ғалимдар форумы эше ойоштороласаҡ, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһында Беренсе йәштәр фән фестивале үтәсәк. Май айында үтәсәк Фән көндәрен ойоштороусылар: БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы; БР Фәндәр академияһы; БР Мәғариф министрлығы; Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте; Рәсәй йәш ғалимдар союзының БР-ҙағы төбәк бүлексәһе; Башҡортостан Республикаһының Йәш ғалимдар советы һәм республиканың юғары уҡыу йорттары. М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты һәм "Рәсәй йәш ғалимдар союзы" Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы Йәштәр фәне көндәрен ойоштороу яғынан ярҙам күрһәтә. 10 апрелдә Республика йортонда Башҡортостан Республикаһында Йәштәр фәне көндәрен үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ултырышы үткәрелә, унда ойоштороу мәсьәләләре тикшереләсәк һәм яуаплы кешеләр билдәләнәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика