13:32 (UTC+5), 06 Апреля 2009

Виктор Пегов алтын миҙал менән наградланды

Ирина Бакке
БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Өфө балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Виктор Пегов Рәсәй Ижади Рәссамдар Союзының һәм Халыҡ-ара Рәссамдар федерацияһының алтын мизалы менән наградланды. 45 йылдан ашыу ул Орджоникидзе исемендәге Мәҙәниәт һарайы эргәһендә урынлашҡан Өфө балалар сәнғәт мәктәбендә һынлы сәнғәттән уҡыта. Быйыл февраль айында Михаил Нестеров исемендәге Республика Дәүләт Художество музейында Пеговтың 70 йәшенә арналған "Тарих. Ер. Кешеләр" тигән персональ күргәҙмәһе үткәрелде. Рәссам Виктор Пегов үҙ картиналарында иң төп идеяны - тормошҡа һөйөүҙе сағылдыра алған. Уның "Ҡояшлы көн", "Тал бөрөләнә", "Ихата" картиналарынан эскерһеҙлек, изге йылылыҡ бөркөлә. Педагог Пегов үҙенең бөтә уҡытыусылыҡ эшмәкәрлеге барышында уҡыусыларында иң мөһим нәмә - тормошҡа изгелек һәм һөйөү менән ҡарау оҫталығы тәрбиәләргә тырыша. Хәҙер "Тарих. Ер. Кешеләр" күргәҙмәһе Өфө балалар сәнғәт мәктәбе фойеһында эшләй.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика