17:40 (UTC+5), 03 Апреля 2009

Наркоманияға һәм наркобизнесҡа ҡаршы көрәш акцияһы

Эльмира Сабирова
3 апрелдә, йома көндө, Рәсәйҙә Йәштәр йылына һәм Башҡортостанда Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылына арналған саралар сиктәрендә республиканың бөтә райондарында һәм ҡалаларында Халыҡ-ара наркоманияға һәм наркобизнесҡа ҡаршы көрәш көнөнә арналған йәштәр акцияһы башлана. Наркоманияны, эскелекте һәм тәмәке тартыуҙы иҫкәртеү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, йәштәрҙә төрлө наркотик матдәләр ҡулланыуҙан аңлы рәүештә баш тартыу позицияһы тәрбиәләү - бына акцияның төп маҡсаттары һәм бурыстары. Унда балалар йәштәр йәмәғәт ойошмалары, башланғыс, урта профессиональ белем биреү учреждениелары профкомдары һәм студенттар активтары, юғары уҡыу йорттары студенттары ҡатнаша ала. Юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары уҡыусыларынан заявкалар уҡыу учреждениеһы етәксеһе тарафынан бирелә. Акция сиктәрендә һүрәттәр, плакаттар, социаль реклама, ижади эштәр (инша, эссе, мәҡәлә, интервью) конкурстары, митингылар, хатта сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау буйынса фильмдар күрһәтеү ойоштороласаҡ. Акцияла ҡатнашыусылар башҡарған эштәре тураһында мәғлүмәт отчетын һәм фото-видео-репортажын 10 июлгә тиклем тапшырырға тейеш. Өҫтәмә мәғлүмәтте ойоштороу комитетының www.molodostrb.ru сайтында һәм 8 (347) 251-57-19 телефон/факсы буйынса табырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика