11:52 (UTC+5), 03 Апреля 2009

Башҡортостан Хөкүмәте тикшереү идаралығы 11 автомобиль тапшырҙы

Елена Макушина
РФ Прокуратураһы ҡарамағындағы БР буйынса Тикшереү комитетының Тикшереү идаралығына 11 автомобиль тапшырылды. Республика бюджеты средстволары иҫәбенә һатып алынған машиналар документтары һәм асҡыстарын РФ Прокуратураһы ҡарамағындағы БР буйынса Тикшереү комитетының Тикшереү идаралығы етәксеһе Алексей Касьяновҡа БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рафаил Диваев тапшырҙы. Идаралыҡтың матбуғат секретары Светлана Абрамова хәбәр итеүенсә, был автомобилдәрҙең күбеһе бер нисә административ-территориаль берәмектә тикшереү эше алып барған территориаль тикшереү подразделениелары өсөн тәғәйенләнгән. Автотехниканың төп массаһын "ДЭУ-Нексия" автомобилдәре тәшкил итә. Алексей Касьянов ведомствоның техник йыһазланышын яҡшыртҡан өсөн Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә рәхмәт белдерҙе. Ул, йылдан ашыу инде республика райондарындағы тәфтишселәр айырым тикшереү эштәрен үтәү өсөн шәхси транспортын файҙаланды, хәҙер инде тәфтишселәргә үҙ ведомствоһындағы территория буйлап йөрөү күпкә уңайлыраҡ буласаҡ, был уларға үҙҙәренә йөкмәтелгән функцияларҙы һөҙөмтәлерәк үтәргә булышлыҡ итәсәк, тип билдәләне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика