Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.05
+0.27
98.64
+0.62
84.01
+0.34
4+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Апрель 2009, 18:13

БДИ тапшырыуға ғариза биреү срогы оҙайтылды

Рәсәй мәғариф күҙәтеүе тарафынан дәүләт (йомғаҡлау) аттестацияһы этабында берҙәм дәүләт имтиханы тапшырыуға ғаризалар биреү срогы 7 апрелгә тиклем оҙайтылды. Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, ниндәй предметтарҙан БДИ тапшырасаҡтарын балалар 1 мартҡа уҡ хәл итергә тейеш ине. Шулай итеп, сығарылыш синыфы уҡыусыларының мәктәп хакимиәтенә бирелгән үҙ БДИ исемлеген үҙгәртергә һәм тулыландырырға мөмкинлеге бар әле. БР Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2009 йылда берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашыусылар һаны 30130 кеше тәшкил итә. БДИ формаһында иң популяр дисциплиналар - мотлаҡ предметтар: рус теле (30130) һәм математика (29783). Һайлау буйынса предметтарға килгәндә, БР Мәғариф министрлығының белем сифаты һәм БДИ бүлеге начальнигы Зәки Мырҙағәлин әйтеүенсә, бында "йәмғиәтте өйрәнеү фәне" алдынғы урынды биләй. Был предметты тапшырыуға 12674 заявка бирелгән. Был мәктәпте тамамлаусыларҙың 47 проценты тигән һүҙ. - Һандарҙан күренеүенсә, абитуриенттарҙа әле булһа юридик, иҡтисад, гуманитар йүнәлештәргә уҡырға инеүгә тенденция һаҡлана. Һәм был сығарылыш синыфы уҡыусылары хеҙмәт баҙарындағы хәл тураһында хәбәрҙар булыуына һәм был өлкәлә белгестәр хәҙер талап ителмәүен белеүенә ҡарамаҫтан, - тип билдәләй Зәки Дамир улы. Икенсе урынды физика биләй - 9623 заявка. Унан ҡала биология (6549), тарих (5828), химия (4506) һәм информатика (4427). - Беҙҙе ҡайһы бер предметтарҙы бик аҙ уҡыусылар һайлау факты борсой, - тип һыҙыҡ өҫтөнә ала Зәки Мырҙағәлин. - Мәҫәлән, әҙәбиәтте 1667 кеше тапшырасаҡ, шул уҡ ваҡытта вуздарҙа был предмет буйынса БДИ һөҙөмтәләре талап ителгән бюджет һәм бюджеттан тыш урындар - 1760. Француз теле менән дә шундай уҡ хәл, уны 17 уҡыусы һайлаған, ә вуздарҙағы урындарҙы тултырыу өсөн 53 кеше талап ителә. Йәмғиәтте өйрәнеү фәне менән тарихтан тыш, башҡа бөтә предметтар буйынса, һайлаған предметы буйынса БДИ-ны уңышлы тапшырған осраҡта, конкурс бер урынға ике кеше тәшкил итәсәк. Зәки Мырҙағәлин 7 апрелгә тиклем балаларҙың тапшырыу өсөн мөмкин тиклем күберәк предметтар һайларға ваҡыттары булыуына өмөтләнә. - Был абитуриентҡа уңышһыҙлыҡҡа осраған хәлдә үҙен страховкалау мөмкинлеге бирәсәк. Үҙ һөҙөмтәләрен төрлө уҡыу йорттарына ебәреп, ул уҡырға инеү мөмкинлектәренә күберәк эйә буласаҡ, - тип билдәләне Зәки Дамир улы. Бынан тыш, элекке йылдарҙа мәктәпте тамамлаусы, башланғыс һәм урта профессиональ белем биреү учреждениеларын тамамлаусы абитуриенттар ҡайһы бер имтихандарҙы икенсе ағымда - 7 июлдән 17-һенә тиклем тапшыра ала. Быйыл БДИ тапшырмайынса вузға уҡырға инеү Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының йомғаҡлау этабында еңеүселәргә һәм призерҙарына, сит ил граждандарына, вузға ингәндә профиле буйынса урта професиональ белемгә эйә булған кешеләргә, сәләмәтлек яғынан мөмкинлектәре сикләнгән балаларға, енәйәт-хоҡуҡ төҙәтеү системаһы белем биреү учреждениеларын тамамлаусыларға рөхсәт ителә. Мәктәпте 2009 йылдың 1 ғинуарына тиклем тамамлаусыларға ла, әгәр киске йәки ситтән тороп уҡыу бүлегенә инергә йыйынһалар, БДИ тапшырмаҫҡа мөмкин. Шуны ла әйтеп китергә кәрәк, Башҡортостанда теләүселәр башҡорт теле буйынса берҙәм төбәк имтиханы ла (БТИ) тапшыра ала. БТИ-ға заявкалар 25 апрелгә тиклем ҡабул ителә. БР вуздарында хәҙер уҡырға инеү өсөн башҡорт теле буйынса имтихан һөҙөмтәләре талап ителгән 250-нән ашыу урын бар.
Автор:Эльмира Сабирова
Читайте нас: