12:25 (UTC+5), 02 Апреля 2009

Башланғыс һәм урта белем биреү учреждениеларының өсөнсө конкурсы башлана

Эльмира Сабирова
Инновацион белем программаларын индереүсе башланғыс һәм урта профессиональ белем биреү учреждениеларының өсөнсө конкурсында ҡатнашыуға заявкалар ҡабул ителә башланы. РФ Мәғариф һәм фән министрлығы сайты хәбәр итеүенсә, еңеүселәргә ҡушма финанслау шарты менән федераль бюджеттан 20 миллиондан 30 миллион һумға тиклем күләмдә аҡса биреләсәк. Заявкалар 2009 йылдың 24 апреленә тиклем ҡабул ителә. Ентекле мәғлүмәт Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының www.mon.gov.ru рәсми сайтында баҫылған. Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, 2007-2008 йылдарҙа инновацион белем биреү программаларын индереүсе башланғыс һәм урта профессиональ белем биреү учреждениеларын конкурста һайлап алыу йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Республикаһында 13 учреждениеға дәүләт ярҙамы күрһәтелде. Инновацион программаларҙы тормошҡа ашырыуға федераль бюджеттан уларға 330 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика