18:21 (UTC+5), 01 Апреля 2009

Патронат тәрбиә: балалар йорто урынына ғаилә

Республикала әлеге ваҡытта 38 патронат үҙәге эшләй. Үҙ эшендә улар Өфө балаларҙы урынлаштырыу үҙәге тәжрибәһенә таяна. Шишәмбе көнө уҙғарылған матбуғат конференцияһында Өфө хакимиәтенең опека һәм попечителлек буйынса идаралығы начальнигы Милана Скоробогатова әйтеүенсә, Өфөлә патронат тәрбиә буйынса беренсе республика эксперимент майҙансығы ун йыл элек ҡала хакимиәте инициативаһы буйынса һәм финанс ярҙамында 9-сы балалар йорто базаһында асылған. Ул саҡта республика баш ҡалаһы Рәсәйҙә балалар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙең тормошон ҡороу буйынса яңы форманы бойомға ашырыу яуаплылығын үҙ өҫтөнә алған өсөнсө ҡала була. Ә ете йылдан, 2006 йылдың июлендә, "Башҡортостан Республикаһында патронат тәрбиә тураһында" Закон ҡабул ителә.
Хәҙерге ваҡытта балалар йорттары эргәһендә патронат хеҙмәттәре Рәсәйҙең 39 төбәгендә эшләй. Өфөлә 1-се, 2-се, 9-сы балалар йорттарында өс патронат хеҙмәте эшләп килә. Улар ата-әсәләрҙе әҙерләү буйынса берлектәге семинарҙар үткәрә. Уҡыу оҙайлылығы - өс ай. 2008 йылдан Өфө балалар йорттары ҡарамағындағы патронат үҙәктәрендә 150 ғаилә уҡыу үтте. Әлеге ваҡытта 174 бала патронат тәрбиәһендә. Сағыштырыу өсөн: Мәскәүҙә - 254.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика