13:34 (UTC+5), 31 Марта 2009

Өфөгә ташҡын ҡурҡыныс түгел

Евгений Рәхимҡолов
Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы эргәһендәге кәңәшмәлә яҙғы ташҡынға әҙерлек тикшерелде.
"Башгидромет" ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, быйыл Ағиҙел йылғаһында һыу кимәле - 400-500 сантиметрға, Ҡариҙелдә - 450-550, Дим йылғаһында 350-450 сантиметрға тиклем күтәрелеүе көтөлә. Боҙ китеүе 3 апрелдән 13-өнә тиклем осорҙа күҙаллана.
Тимәк, Өфө тирәләй артыҡ һыу баҫыу көтөлмәй. Әммә йылғаларҙа һыу кимәле максималь күтәрелгән осорҙа һауа температураһы ҡапыл йылынһа йәки яуым-төшөмдәр йышайһа, ҡаланың айырым биҫтәләрен - Нижегородка, Затон, Кооперация яланын - һыу баҫыуы ихтимал.
Яҙғы ташҡынды үткәреүгә ваҡытында әҙерләнеү һәм уның ҡала тирәләй экологик шарттарға кире йоғонтоһона юл ҡуймау өсөн Өфөлә ташҡынға ҡаршы комиссия төҙөлгән һәм ташҡынды үткәреү буйынса саралар планы эшләнгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика