Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.32
+0.21
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Март 2009, 19:20

"Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2009" конкурсы башланды

Профсоюздар йортонда "Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы- 2009" конкурсына старт бирелде. Башҡортостандың бөтә ҡала һәм райондарынан тиерлек килгән 55 педагог республиканың иң яҡшы уҡытыусыһы исеме алыу өсөн көрәшәсәк.
Бынан тыш, йыллыҡ профессиональ смотр сиктәрендә уҡытыусыларҙың тағы ла ике ярышы: 32 кеше ҡатнашасаҡ "Йылдың татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы" һәм 37 ҡатнашыусы көс һынашасаҡ "Йылдың рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы" конкурстары үткәреләсәк.
Инновацион педагогик проект менән таныштырыу, коллектив визиткалар конкурсы, асыҡ дәрестәр һәм үҙ-үҙеңә анализ - былар беренсе тур һынауҙары.
Икенсе турға һәр конкурста ярым финалға сыҡҡан 15 кеше үтәсәк. Уларға оҫталыҡ кластары үткәреү, лекция менән сығыш яһау һәм дебаттарҙа ҡатнашыу бурысы ҡуйыла. Сараны ябыу һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 7 апрелдә үткәреләсәк.
Автор:Эльмира Сабирова
Читайте нас: