17:17 (UTC+5), 27 Марта 2009

"Тылсымлы моңдар" башҡорт фольклор байрамы

Бөгөн, 27 мартта, Бәләбәйҙә "Тылсымлы моңдар" башҡорт фольклор коллективтарының төбәк фестивале бара. Сараны БР халыҡтарының фольклорын өйрәнеү, тергеҙеү һәм үҫтереү буйынса "Башҡортостан халыҡтары" республика программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге ойошторҙо.
Республика халыҡ ижады үҙәгенең Бәләбәйҙәге филиалы директоры Георгий Хальзов хәбәр итеүенсә, фестивалдә 250-ләп кеше ҡатнаша - былар Әлшәй, Баҡалы, Бәләбәй, Бишбүләк, Благовар, Бүздәк, Дәүләкән, Йәрмәкәй, Миәкә, Шаран райондарынан, Октябрьский ҡалаһынан башҡорт фольклор коллективтары, ғаилә ансамблдәре.
Фестиваль тураһында положениеға ярашлы, сығыштар программаһында башҡорт фольклорының төрлө жанрҙары - әйтештәр, йырҙар, бейеүҙәр, халыҡ йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре фрагменттары, халыҡ уйындары, ярыштар, мәҙәктәр күрһәтелергә тейеш.
Фольклор смотры йомғаҡтары бөгөн үк билдәле буласаҡ, уларҙы Бәләбәй ҡалаһында Үҙәк мәҙәниәт йортонда үтәсәк фестиваль гала-концертында иғлан итәсәктәр.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика