06:45 (UTC+5), 24 Марта 2009

"Байыҡ" бәйгеһенең икенсе турында ҡатнашыусылар билдәләнде

Әлфиә Әһлиуллина
156 бейеүсе - солистар, бейеү триоһы һәм дуэтында ҡатнашыусылар - башҡорт бейеүен башҡарыусыларҙың "Байыҡ" республика телевизион конкурсында артабан ҡатнашыуға хоҡуҡ алды. Икенсе турға үткән бәхетлеләр Республика халыҡ ижады үҙәге ҡарамағындағы Инвалидтар ижады йортонда үткән конкурс һайлап алыуы һөҙөмтәләре буйынса билдәләнде. Иң яҡшы бейеүселәрҙе Башҡортостандың халыҡ артистары Радмир Бәҙретдинов, Зөлфиә Ҡудашева, Әхтәм Абушахманов составындағы компетентлы жюри асыҡланы. Был турала агентлыҡҡа проект авторы һәм алып барыусыһы Рита Өмөтбаева хәбәр итте.
- Иң әүҙем, иң һәләтле бәйгеселәр проектта ҡатнашыуын дауам итәсәк, былар, башлыса, Өфөнән, Нефтекаманан, Учалы, Йылайыр, Әбйәлил, Баймаҡ, Ишембай, Балаҡатай райондарынан бейеүселәр. Силәбе һәм Ырымбур өлкәләре, Пермь крайы вәкилдәре лә бар, - ти Рита Ришат ҡыҙы. - Уларҙың сығыштарын 5 апрелдә "БЮТ" каналында ҡарарға мөмкин буласаҡ.
Өҫтәп шуны әйтеп үтәйек, "Байыҡ" башҡорт бейеүен башҡарыусылар бәйгеһе - иң күп кеше ҡатнашҡан һәм оҙайлы телевизион проекттарының береһе. Ул йыл буйына бара. Унда 15 йәштән 35 йәшкә тиклемге һәүәҫкәр бейеүселәр ҡатнаша ала. Бәйге еңеүселәре йыл аҙағында тамашасылар тауыш биреүе йомғаҡтары буйынса билдәләнә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика