12:26 (UTC+5), 23 Марта 2009

"Һылыуҡай-2009" бәйгеһе финалына 12 сибәркәй үтте

Әлфиә Әһлиуллина
Башҡортостандың иң сибәр һәм иң һәләтле 12 ҡыҙы "Һылыуҡай-2009" республика башҡорт ҡыҙҙары бәйгеһе финалына үтте. 12 һылыу ҡыҙ һәм популяр башҡорт эстрада башҡарыусылары ҡатнашлығындағы тамаша 11 апрелдә Өфөнөң Конгресс-холында үткәрелә. Был турала "Башинформ" агентлығына "Һылыуҡай-2009" конкурсының матбуғат секретары Сәлиә Ҡусҡарбаева хәбәр итте:
- 45 дәғүәсенән йомғаҡлау этабына Гөлсөм Әйетҡолова, Гөлназ Ғәлиева, Лилиә Ғайсина, Әлиә Ҡараҙбаева, Динара Ғәрифуллина, Гөлнара Килмөхәмәтова, Зәриә Ҡолдәүләтова, Сәлимә Тулыбаева, Гөлсинә Хәбибуллина, Юлиана Хоҙайғолова, Айһылыу Юнысбаева, Анжелика Якусева үтте.
Гала-концерт репетицияларына ҡыҙҙар 21 мартта уҡ тотондо, - ти Сәлиә. - Бер үк ваҡытта улар Республика халыҡ ижады үҙәге менән "Башҡортостан" телерадиокомпанияһының берлектәге "Һылыуҡай-2009. Конкурс көндәлеге" телевизион проектын төшөрөүҙә лә ҡатнаша. Был проект сиктәрендә бәйгелә финалға сығыусылар менән Милли музейҙа, скалодромда, "Аҡбуҙат" ипподромында ҡыҙыҡлы осрашыуҙар үткәрелә.
Башҡортостанда Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылына арналған "Һылыуҡай-2009" бәйгеһен ойоштороусылар араһында - БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы, БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты, Республика халыҡ ижады үҙәге, "Башҡортостан" телерадиокомпанияһы һәм башҡалар.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика