17:51 (UTC+5), 19 Марта 2009

"Социаль форум-2009" социаль проекттар конкурсы

Марина Шумилова
Башҡортостанда Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылы сиктәрендә март уртаһында мәктәп, лицей, гимназияларҙың 11-се синыф уҡыусылары араһында "Социаль форум-2009" социаль проекттар конкурсы башланды. Конкурстың девизы - "Йәштәрҙең дәртен һәм инициативаһын - йәмғиәт файҙаһына!" "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк бүлексәһе ярҙамында уны ойоштороусылар - БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, БР Мәғариф министрлығы, Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфө филиалы. Был инде республикабыҙҙа үткәрелгән алтынсы социаль проекттар конкурсы.
Конкурстың төп номинациялары: йәштәр хеҙмәт баҙарында - эшһеҙлек проблемаларын хәл итеү; йәштәр эшҡыуарлығы; һәләтле йәштәргә ярҙам; балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе, йәш ғаиләләрҙе социаль яҡлау. Проектта һайланған теманың актуаллеге тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт, проблемаға характеристика, уны потенциаль хәл итеү юлдары һәм бының өсөн кәрәкле ресурстар бирелергә тейеш. Проектҡа төп талап - муниципаль берәмек кимәлендә уны тормошҡа ашырыу мөмкинлеге.
Конкурс эштәре 30 майға тиклем ҡабул ителәсәк. Конкурсҡа йомғаҡ яһау һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһын Өфөлә быйыл 5 июндә үткәреләсәк "Ҙур ҡаланың социаль майҙанында йәш ғаилә" Бөтә Рәсәй конгресында үткәрергә планлаштырыла.
Бәйләнеш телефондары: (347) 257-05-50, 253-99-45.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика