10:18 (UTC+5), 18 Марта 2009

Тәбиғи парктар һаны артасаҡ

Евгений Рәхимҡолов
Республикала тиҙҙән ике яңы тәбиғи парк барлыҡҡа килергә тейеш. Улар өсөн территориялар билдәләнгән дә инде.
Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы матбуғат секретары Гөлназ Әлмөхәмәтова хәбәр итеүенсә, яңы айырым һаҡланған тәбиғи биләмәләр ойоштороу республиканың өс районына ҡағыласаҡ. "Асылы-Күл" паркы - Дәүләкән районы, ә "Ирәмәл" Белорет һәм Учалы райондары биләмәләрендә урынлашасаҡ, тип планлаштырыла.
Хәҙерге ваҡытта Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының айырым һаҡланған тәбиғи биләмәләр менән эшләү бүлеге халыҡтан һәм йәмәғәт ойошмаларынан тәҡдимдәр ҡабул итә. 30 көн буйына теләүселәр буласаҡ парктарҙы ойоштороуға ҡарата үҙ теләктәрен әйтә ала. Тәҡдимдәр түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450006, Өфө, Ленин урамы, 86, йәки mprrb@ufanet.ru электрон адресы буйынса.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика