12:18 (UTC+5), 17 Марта 2009

Башҡорт теле уҡытыусылары конкурсҡа әҙерләнә

Эльмира Сабирова
Сибайҙа 25 марттан 27-һенә тиклем үтәсәк "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы-2009" төбәк-ара бәйгеһе башланыуға бармаҡ менән генә һанарлыҡ көндәр ҡалды. Педагогтар иң яҡшы исемен яулау өсөн 14-се тапҡырына көрәшә.
Быйылғы бәйгелә 60-лап уҡытыусы ҡатнашасаҡ, шул иҫәптән Ырымбур һәм Силәбе өлкәләренән башҡорт теле уҡытылған мәктәптәр вәкилдәре лә. Уларҙың һәр береһе ярыштың район һәм ҡала этаптарында еңеү яулаған да инде.
БР Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был смотрҙың маҡсаты - республикала, шулай уҡ унан ситтә лә һәләтле, ижади эшләүсе башҡорт теле уҡытыусыларын асыҡлау, ярҙам итеү һәм дәртләндереү, мәғариф өлкәһендә алдынғы идеяларҙы пропагандалау һәм педагогик тәжрибәне таратыу, уҡыусыларҙың тел мәҙәниәтен үҫтереү механизмдарын булдырыуға новаторҙарса ҡараштарҙы асыҡлау.
Конкурста ҡатнашыусылар алдында ике этапты үтеү бурысы тора: тәүҙә уларҙы педагогика, психология, башҡорт әҙәбиәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы буйынса тест үтеү һәм ижади заданиены үтәү көтә. Һуңынан педагогтар мастер-класс үтәсәк. Уҡыусылар ролендә конкурста ҡатнашыусылар йәки бер төркөм уҡытыусылар сығыш яһаясаҡ. Был заданиены үтәгәндә уҡытыусы үҙ педагогик эшмәкәрлегенең төп, иң һөҙөмтәле ысулдарын һәм алымдарын файҙаланырға тейеш. Иң һуңында конкурсанттар "Минең педагогик ҡарашым" эссеһын тәҡдим итәсәк.
Һөҙөмтәләр буйынса жюри биш лауреаттың исемен атаясаҡ. Шуларҙан береһе генә "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы" буласаҡ. Еңеүсегә төп приз - республика Президенты тарафынан раҫланған аҡсалата премия.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика