12:17 (UTC+5), 13 Марта 2009

Саша Братанова халыҡ-ара балалар премияһына лайыҡ булды

Марина Шумилова
Өсөнсө класс уҡыусыһы Александра Братанова Халыҡ-ара Балалар фондтары ассоциацияһы Президиумы бюроһы ҡарары менән "Ололау" премияһы менән бүләкләнде, уға Почетлы премия билдәһе һәм ҡиммәтле бүләк тапшырылды.
20 ғинуарҙа Саша бөтә республикаға танылды: Кушнаренко районының Мәмәк ауылында янғын ваҡытында ҡыҙыҡай дүрт сабыйҙы, ун айлыҡтан алып биш йәшкә тиклемге үҙ туғандарын, уттан ҡотҡарып алып ҡалды. Күршеләре һәм ауылдың икенсе осонда эшләгән әсәһе йүгереп килеп еткәндә, өйҙән торонбаштар ғына ҡалған була.
Хәҙер Александра әсәһе Нурия Мулланурова менән Ағиҙел ҡалаһында туғандарында йәшәй. Ҡалала уларҙы йылы ҡаршы алалар, торлаҡ мәсьәләһен хәл итергә, әсәһен эшкә урынлаштырырға ярҙам итәләр. Саша башҡорт гимназияһында уҡый, уны өлкәндәр ҙә, балалар ҙа асяҡ йөҙ менән ҡаршы алды. Ҡыҙыҡай "бишле" билдәләренә уҡыу ғына түгел, шиғырҙар ҙа яҙа, матур итеп һүрәт төшөрә, бейергә ярата. Ә Ағиҙелдә уның ижади һәләттәрен үҫтереү өсөн бөтә шарттар бар.
- Сашенька Братанова - донъялағы берҙән-бер халыҡ-ара балалар наградаһы - "Ололау" премияһын алыусы икенсе яҡташыбыҙ инде, - тине БР Балалар фонды рәйесе Нина Федянина. - Беренсеһе Бөрөнән дүрт йәшлек Настя Десяткина ине, ул янғын ваҡытында өс баланы ҡотҡарғайны. Дөйөм алғанда, Рәсәй буйынса һәм БДБ илдәрендә "Ололау" премияһы менән унлап бала бүләкләнгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика