Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
0
98.03
0
84.24
+0.8
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Март 2009, 17:02

Благовещен районында быйыл балалар күберәк тыуҙы

Благовещен районында, бөтә республикалағы кеүек, тыуым артыу тенденцияһы күҙәтелә.
Муниципаль райондың ЗАГС бүлеге начальнигы Лидия Федяева әйтеүенсә, быйыл ике айҙа 114 сабый донъяға килгән. Февралдә Благовещен ҡалаһында һәм районында 60 бала тыуған: 32 малай һәм 28 ҡыҙ.
Уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда яңы тыуған сабыйҙар һаны - 27 кешегә, никахҡа инеүселәр 18 парға артҡан.
Никахҡа инеүселәрҙең йәше төрлө - 18 йәштән алып 54 йәшкә тиклем. Быйыл айырылышыусылар һаны биш осраҡҡа кәмеүе лә ҡыуаныслы күренеш. Бынан тыш, 15 бала уллыҡҡа алынған.
Благовещендың "Панорама" гәзите хәбәр итеүенсә, йыл башынан алып 13 юбиляр ғаилә республика Президенты исеменән һәм район хакимиәтенән ҡотлау һәм иҫтәлекле бүләктәр алған.
Автор:Любовь Колоколова
Читайте нас: