12:59 (UTC+5), 11 Марта 2009

Арыҫлан Мөбәрәков тураһында китап уның музейына тапшырылды

Любовь Колоколова
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә мәшһүр башҡорт актеры, СССР-ҙың халыҡ артисының тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған "Арыҫлан Мөбәрәков. Тормошо һәм ижады" китабы сығарыуға әҙерләнә. Билдәле булыуынса, күренекле сәхнә оҫтаһының юбилейы былтыр йыл аҙағында киң билдәләнгәйне.
Күптән түгел Арыҫлан Мөбәрәков тураһында китаптың өлгө данаһы бөйөк актерҙың тыуған яғы - Белорет районының Асы ауылындағы музей директорына тантаналы рәүештә тапшырылды. Айһылыу Ғариповаға бүләкте тапшырып, "Китап" нәшриәте директоры Зөфәр Тимербулатов Арыҫлан Мөбәрәковтың исеме республиканың күп милләтле театр сәнғәте һәм бигерәк тә уның яҡташтары өсөн ни тиклем мөһим булыуы хаҡында телгә алды.
Хәтерегеҙгә төшөрөп уҙабыҙ, Арыҫлан Мөбәрәков 200-ҙән ашыу роль башҡарҙы. Уның ижадында башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың образы айырым бер урын биләй.
Альбом форматындағы матур китап март аҙағында ике мең дана тираж менән сығасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика