
Уның һүҙҙәренсә, республиканың бындай сараларҙа ҡатнашыуы – күләмле финанслау алыу мөмкинлеге генә түгел, ә халыҡтың йәшәү сифатына туранан-тура йоғонто яһаясаҡ стратегик проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеге лә.
Авиация: пассажирҙар өсөн мөмкинлектәрҙе киңәйтеү
Өфө аэропортын үҫтереү осоу-ултырыу һыҙатын киңәйтеү сиктәренән сыға, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров:
«Бөгөн беҙ аэродром инфраструктураһын киңәйтеү бурысын тикшерҙек. Был 2028 йылда Өфөлә үтәсәк ШОС саммиты сиктәрендә дәүләт башлыҡтарының 30-ға тиклем киң фюзеляжлы самолетын ҡабул итергә мөмкинлек бирәсәк. Әммә иң мөһиме – самолеттарҙы хеҙмәтләндереү өсөн техник туҡталҡалар кәрәк».
Маршрут селтәренә етди иғтибар бүленә.
«Беҙ Алыҫ Көнсығышҡа, Себергә, көньяҡҡа, Кавказға, Үҙәк Рәсәйгә осабыҙ. «Аэрофлот» менән Красноярскиға рейстар тураһында һөйләшеп килештек. Был республикабыҙҙан Көньяҡ-Көнсығыш Азияға, мәҫәлән, Бангкокка тура юл асасаҡ, – тине Радий Хәбиров.– Шулай уҡ Волгоградҡа һәм Мурманскиға рейстар асыу, Рәсәй буйлап маршруттарҙы артабан үҫтереү планлаштырыла».
Юлдар: Көньяҡ урау юлы һәм мультипликатив эффект
Өфөнөң Көньяҡ урау юлын төҙөү иң амбициялы проекттарҙың береһе булып ҡала.
«Яҡынса 76 миллиард һум инвестиция. Проект тормошҡа ашырыуға әҙер тиерлек, 2030 йылдар тирәһендә башларбыҙ тип ышанам», – тине Радий Хәбиров.
Юлдар башҡа өлкәләрҙең үҫешенә ҡеүәтле импульс бирә, тип билдәләне республика етәксеһе:
«М-12 туризмға этәргес бирә – кешеләр яҡшы юлдан йөрөй, автотуризм үҫешә. Ә «Көньяҡ ҡапҡа» һәм башҡа проекттар мотлаҡ торлаҡ төҙөүҙе талап итә. Беҙ унда әүҙем төҙөлөш буласағын иҫбатланыҡ, һәм тап шуның өсөн был аҡсаны алдыҡ».
Тимер юл һәм суднолар йөрөтөү
Тимер юл проекттары ла ситтә ҡалмай.
«Өфө тимер юл ҡулсаһы – мөһим проект. Сибай – Подольск – Новорудная ҙур тимер юлын да мотлаҡ төҙөйәсәкбеҙ», – тип асыҡлыҡ индерҙе республика Башлығы.
Шулай уҡ Росморречфлот менән берлектә Ағиҙел йылғаһы буйлап суднолар йөрөтөү мәсьәләләре тикшерелә.
Ышаныслы партнёр репутацияһы
Республика Башлығы фекеренсә, һөйләшеүҙәрҙең уңышлы үтеүе күп осраҡта төбәктең абруйына бәйле:
«Беҙгә ышаныслы командаға ҡараған кеүек ҡарайҙар. Беҙ һәр мөйөштә үҙебеҙ тураһында һөйләп йөрөмәйбеҙ, әммә тыныс ҡына үҙ эшебеҙҙе башҡарабыҙ – һәм беҙҙе хөрмәт итәләр».
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.