Эксклюзив
17:51 (UTC+5), 19 Ноябрь 2026

Хәйбулла районында Өфө мэры Рөстәм Шәриповтың ниндәй етәксе булыуы хаҡында һөйләнеләр

Олег Яровиков «Башинформ»
Фото: Олег Яровиков | «Башинформ»
Инсаф Хужабирганов

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Салауат Байсурин Рөстәм Шәриповтың Өфө мэры итеп тәғәйенләнеүенә ҡарата үҙенең фекерен белдерҙе. Ул үҙенең элекке етәксеһен иғтибарлы һәм талапсан етәксе тип билдәләне.

«Рөстәм Динислам улы менән Хәйбулла районы хакимиәтендә алты йылдан ашыу бергә эшләнек. Ул үҙен кешегә асыҡ, иғтибарлы, аныҡ бурыстар ҡуя белгән лидер итеп күрһәтте. Бөрйән районында ҙур тәжрибә туплап килгәндән һуң уңышлы эшләп алып китте, урындағы халыҡтың өмөттәрен аҡланы. Был осорҙа ҡатмарлы инфраструктура мәсьәләләре хәл ителде: юл төҙөү, биләмәләрҙе төҙөкләндереү. Беҙ федераль программа буйынса бик күп мәктәптәрҙе һәм балалар баҡсаларын яңырттыҡ. Тау байыҡтырыу предприятиелары әүҙем ярҙам итте. Был етәксенең бизнес менән эшләй белеүе хаҡында һөйләй», — тине Салауат Байсурин.

Уның әйтеүенсә, Рөстәм Шәриповтың районда туплаған тәжрибәһе уға миллиондан ашыу халыҡ йәшәгән ҡала менән һөҙөмтәле идара итергә мөмкинлек бирәсәк.

«Хужалыҡсыл, ныҡышмал етәксе. Был сифаттар күп етәкселәргә етмәй. Рөстәм Динислам улы кабинетында ғына ултырмай, һәр ваҡыт халыҡ араһына сығырға, аралашырға һәм уларҙың проблемаларын хәл итергә әҙер. Быға тиклем эшләгән ҡыҫҡа арауыҡта үҙенең иң яҡшы сифаттарын күрһәтте. Алдына ҙур бурыстар тора. Рөстәм Динислам улына уларҙы үтәүҙә уңыштар теләйем», — тине «Башинформ» әңгәмәсеһе.

Бынан алда «Башинформ» хәбәр иткәнсә, 17 ноябрҙә Өфө ҡала советының сираттан тыш ултырышында депутаттар ҡала хакимиәте башлығын тәғәйенләне. Яңы мэр — Рөстәм Шәрипов. Уның кандидатураһы өсөн 29 депутаттың 27-һе тауыш бирҙе, ике кеше тауыш биреүҙән баш тартты.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика