16:01 (UTC+5), 17 Ноября 2026

Радий Хәбиров участковыйҙарҙы байрам менән ҡотланы һәм уларҙың әһәмиәтен билдәләне

Бөгөн Рәсәйҙә полицияның участка уполномоченныйҙары көнө билдәләнә.

Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Ксения Калинина

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң Ленин районы полицияһының участка пунктында хеҙмәткәрҙәр менән аралашты һәм уларҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы.

«Бына шундай йәш, әммә яуаплы, принципиаль һәм ышаныслы хеҙмәткәрҙәр эшләй Өфөнөң Ленин районында. Ирле-ҡатынлы Злата һәм Иван Ретюнскийҙар 34-се полиция пунктында хеҙмәт итә. Участковыйҙар көнөндә уларҙы һәм коллегаларын һөнәри байрамы менән ҡотларға килдем. Уларҙың эше еңелдән түгел. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, донъя идеаль түгел — һәм уларға ҡатмарлы бурыстарҙы үтәргә, граждандарҙы ғаиләлә көс ҡулланыуҙан, хулиганлыҡтан, ауыр енәйәттәрҙән яҡларға, тыныслыҡ һәм хәүефһеҙлек тәьмин итергә тура килә», — тине Башҡортостан Башлығы.

Иң ҡатмарлы хәлдәрҙә участковыйҙар беренселәрҙән булып ярҙамға килә, тип билдәләне ул.

«Республика һәр ваҡыт беҙҙең Эске эштәр министрлығына ярҙам күрһәтте һәм был эште артабан да дауам итәсәк. Хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм һәм ысын күңелдән һаулыҡ, уңыштар, именлек теләйем!» — тине Радий Хәбиров.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика