
Ҡала советының сираттан тыш ултырышында Рөстәм Шәрипов Өфө хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде. Радий Хәбиров үҙенең сығышында яңы мэрҙы ҡотлап, хәл итеү өсөн бурыстар ҡуйҙы.
«Һеҙгә бик көсөргәнешле шарттарҙа эшләргә тура киләсәк. Сөнки беҙҙең көндәрҙә бурыстар ҡатмарлаша, ә талаптар арта бара. Быға әҙер булырға кәрәк. Беҙгә МХО бурыстарын хәл итергә, яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтергә, баш ҡаланың мөһим объекттарын дошмандың пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүменән һаҡларға кәрәк. Бына бөгөн беҙ ҙур һөжүмде кире ҡаҡтыҡ – 49 пилотһыҙ аппаратты бәреп төшөрҙөк. Һеҙҙең бурыс – уларҙың оборона мөмкинлектәрен арттырыу», – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.
Шулай уҡ республика етәксеһе Өфөнөң Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге сараларҙың баш ҡалаһы булыуын билдәләне. Һуңғы йылдарҙа ғына «Рәсәй – спорт державаһы» форумы, «Рәсәй – Ҡаҙағстан» төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы, Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәре форумы, Халыҡ-ара балалар фольклориадаһы, ҙур спорт ярыштары уҙғарылды. 2028 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһы ШОС саммитын ҡабул итергә әҙерләнә.
«Был донъя кимәлендәге ваҡиға булып тора. Һис шикһеҙ, республика һәм баш ҡалабыҙ өсөн етди имтихан. Минең етәкселектә ойоштороу комитеты булдырылды, хөкүмәт премьер-министрының беренсе урынбаҫары етәкселегендә дирекция эшләй, эшсе төркөмдәр ойошторолдо, һәм беҙ ошо ҙур эште башланыҡ. Әҙерләнеү өсөн йыл ярым ғына ваҡыт бар. Ошо ваҡыт эсендә ҙур күләмдә эш башҡарырға кәрәк. Ҡала хакимиәте дирекция һәм бөтә эшсе төркөмдәр менән тығыҙ эшләргә, шулай уҡ үҙ кимәлендә тейешле ойоштороу структураһын булдырырға тейеш», – тине Радий Хәбиров.
Ғөмүмән, Башҡортостан баш ҡалаһын яҡшыртыу менән планлы рәүештә шөғөлләнергә кәрәк, тип билдәләне республика Башлығы. «Ҙур» төҙөлөштәр көтөлә.
«Өфөнө тәртипкә килтереүҙе дауам итергә кәрәк. Урам-юл селтәрен ремонтлау, төҙөкләндереү буйынса күләмле эш көтөлә. Яҡтыртыу, биналарҙы архитектур яҡтыртыу мәсьәләләрен хәл итергә кәрәк, бигерәк тә аэропорт яғынан ҡалаға ингән ерҙә. Йыл аҙағына вуз-ара студенттар кампусын төҙөп бөтөргә кәрәк, беҙ алдыбыҙға прогрессив бокс һәм ҙур теннис үҙәге, шулай уҡ бер нисә объект төҙөү бурысын ҡуйҙыҡ», – тине республика етәксеһе.
Радий Хәбиров төҙөлөш темаһына айырым туҡталды. 2030 йылға тиклем торлаҡты сафҡа индереү күләмен дүрт миллион «квадрат»ҡа тиклем арттырыу, Ағиҙел аръяғында һәм Өфө аръяғында комплекслы төҙөлөштө дауам итеү, сағыу колоритлы ҡыҙыҡлы архитектура ҡарарҙарын эҙләү. Шулай уҡ мэрия менән хөкүмәттең уртаҡ бурысы – яңы микрорайондарҙы мәктәптәр һәм балалар баҡсалары, поликлиникалар, спорт майҙансыҡтары менән тәьмин итеү.
Ҡала хакимиәтенән йәмәғәт транспортын үҫтереү, шул иҫәптән трамвай селтәрен киңәйтеү буйынса планлы һәм системалы эш көтәләр. Идара итеүсе компанияларҙың һәм коммуналь хеҙмәттәрҙең эше өҙлөкһөҙ алып барылырға тейеш.
«Ҡышҡы осорҙа торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһында өҙөклөктәр булмаһын», – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Ҡала хакимиәтенең яңы башлығы етәкселегендә һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу, Башҡортостан Башлығы башланғысы менән Өфөлә поликлиникаларҙы ремонтлау буйынса программаны тормошҡа ашырыу дауам итәсәк. Киләһе йылда яңы математика лицейын сафҡа индереү планлаштырыла.
Рөстәм Шәрипов һәм уның командаһы алдына Октябрь революцияһы урамын «йәнләндереү» бурысы ҡуйылды.
Шулай уҡ Башҡортостан Башлығы баш ҡала хакимиәтенең яңы командаһына «кешеләрҙе ишетергә, халыҡтан нигеҙле тәнҡит ҡабул итергә», хөкүмәт һәм бөтә кимәлдәге депутаттар менән тығыҙ бәйләнештә эшләргә ҡушты.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.