
Радий Хәбиров Сәйәси һәм иҡтисади коммуникациялар агентлығы тарафынан төҙөлгән рейтингта үҙ позицияһын нығытты. Октябрь йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Башлығы иң көслө йоғонтоло губернаторҙар төркөмөндә бер баҫҡысҡа күтәрелде һәм 13-се урынды биләне.
Республика Башлығының федераль рейтингта күтәрелеүенә ҡарата үҙ фекерен тарихсы, Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты Илфат Сәмсетдинов белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, был уңыштың төп факторы булып Өфөләге вуз-ара студенттар кампусының төп бинаһын сафҡа индереү тора.
«Республиканың фәнни-белем биреү инфраструктураһын киңәйтеү ҙә мөһим фактор булып тора. Октябрҙә Радий Хәбиров 2027 йылда асыласаҡ математик лицей-интернаттың төҙөлөш майҙансығында булды. Республика етәксеһенең белем һәм фән мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүлеүе илебеҙҙең технологик лидерлығын тәьмин итеү буйынса бурыстарына тура килә. Республиканың фәнни-белем биреү өлкәһендәге бөтә саралар ҙа тап ошо маҡсатҡа йүнәлтелгән. Шулай уҡ республиканың идара итеү системаһына мөһим үҙгәрештәр индерелде. Яңы бурыстарға ярашлы, БР хөкүмәте премьер-министры итеп Александр Шельдяев тәғәйенләнде, ә Андрей Назаровтың республика Ҡоролтайына күсеүе яңы ҡануни башланғыстарҙы үҫтерергә ярҙам итәсәк», — тине Илфат Сәмсетдинов.
Эксперт октябрь айының федераль кимәлдәге лә, халыҡ-ара кимәлдәге лә ваҡиғаларға бай булыуын билдәләне. Ул 21-22 октябрҙә Радий Хәбиров етәкселегендәге делегацияның Үзбәкстанға барыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ташкент өлкәһендә башҡорт-үзбәк индустриаль технологиялар паркын булдырыу төп ваҡиға булды. Проектҡа инвестициялар яҡынса 1 миллиард һум тәшкил итә, төп маҡсат — экспорттан глобаль етештереүгә күсеү.
Шулай уҡ, эксперттың һүҙҙәренсә, «Алтын көҙ» күргәҙмәһендә төбәктең ҡаҙаныштарын билдәләү ыңғай күренеш булды. Ил хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин республиканың стендын ҡараны. Башҡорт компаниялары селекция эшен тиҙләтеү мөмкинлеге биргән үҙенсәлекле аппарат-программа системаһын тәҡдим итте. Мишустин был проектты маҡтап телгә алды.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.