17:13 (UTC+5), 09 Ноября 2026

Башҡортостан Башлығы Тура бәйләнештең файҙаһын төп критерий булыуын белдерҙе

Шаршамбы, 11 ноябрҙә, БР Башлығы менән Тура бәйләнеш була. Әле сараға әҙерлек бара. Халыҡ әүҙемлек күрһәтә.

презентацияның скриншоты | БР хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһе
Фото: презентацияның скриншоты | БР хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһе
Ләйлә Аралбаева

— Бөтәһе лә бәйләнештә булһындар, — тине Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә. — Был ниндәйҙер ритуал түгел, ә проблеманы хәл итеү ысулы. Кешеләргә һорау бирергә мөмкинлек булдырырға тырышырға кәрәк. Башлыҡтар халыҡты борсоған мәсьәләләрҙең асылын аңларға тейеш.

Республика етәксеһе мөрәжәғәттәрҙең йомғаҡтары буйынса миҫалдар килтерергә ҡушты. 

БР Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская белдереүенсә, быйылғы Тура бәйләнеш алтынсыһы. Елена Анатольевна аныҡ миҫалдар килтерҙе. Иглиндең «Йондоҙло» биҫтәһендә балалар һәм спорт майҙансыҡтары, Белорет районының Шушпа ауылында күпер төҙөлгән, Октябрь районының Московка биҫтәһендә йәмәғәт мәҙәни үҙәге асылған, Өфөлә «Орион» ижад һарайы яңыртылған, Рощинский ауылында һыу менән тәьмин итеү яйға һалынған.

2025 йылда 9,5 меңдән ашыу һорау килгән. Иң борсоған темалар –  юлдар, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү. Һаулыҡ һаҡлау буйынса мәсьәләләрҙең 94 проценты хәл ителгән. Шулай уҡ ҡалдыҡтар менән эш итеү һәм ауыл хужалығы менән бәйле мөрәжәғәттәрҙең күбеһе иғтибарға алынған. Мөрәжәғәттәрҙең бер өлөшө ҡарала, әммә уларҙың барыһы ла контролдә тотола.

Республика Башлығы ҡушыуы буйынса күсмә студияларҙың яңы форматы эшләй башланы, улар күп кенә муниципалитеттарҙы йөрөп сыҡты. Быйыл ҡабул ителгән киҫкен мәсьәләләрҙең бер өлөшө әҙерлек барышында уҡ хәл ителде.

2026 йылда Тура бәйләнешкә юлдар (17,2%), торлаҡ-коммуналь хужалыҡ (12%) һәм социаль хеҙмәтләндереү (9,5%) буйынса һорауҙар күп килә. Артабан иһә һаулыҡ һаҡлау (8,8%), транспорт (7,6%), төҙөкләндереү (6,4%), мәғариф (5,7%) һәм МХО (5%) темалары.

Видеоһорауҙарҙы 10 ноябргә киске сәғәт 7-гә тиклем Дәүләт хеҙмәттәре, БР Башлығы сайты, социаль селтәрҙәрҙә чат-боттар аша йәки 218-19-19 телефоны аша бирергә мөмкин.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика