13:16 (UTC+5), 26 Октября 2026

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.

видеонан скриншот | хөкүмәттең оператив кәңәшмәһе
Фото: видеонан скриншот | хөкүмәттең оператив кәңәшмәһе
Ләйлә Аралбаева

Искәндәр Әхмәтвәлиевты Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләү тураһында указға бөгөн, 26 октябрҙә, ҡул ҡуйылды.

– 2019 йылдан уҡ ул етәксе урынбаҫары булып эшләй башланы. Мин бергә эшләгән осор өсөн рәхмәт белдерергә теләйем, – тине республика Башлығы. – Яуаплы вазифа, түҙемлек, аҡыллылыҡ, профессионализм кәрәк. Һеҙ ошо сифаттарға эйәһегеҙ, шуға күрә мин һеҙ үҙ эшегеҙҙе башҡарырһығыҙ тип ышанам. Ҡотлайым!

Әхмәтвәлиев Искәндәр Рәүеф улы 1975 йылдың 31 декабрендә Өфөлә тыуған. Өфө дәүләт сәнғәт институтын, БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1992 йылда «Иҙелхим» фәнни-етештереү фирмаһында техник булып башлай. 1998–2000 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһының Милли йәштәр театрында артист. 2000–2007 йылдарҙа – Өфө «Нур» дәүләт татар театрында ҡуйыусы-режиссер.

2007–2008 йылдарҙа – «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында генераль директор урынбаҫары. 2008–2010 йылдарҙа –З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының режиссура кафедраһында өлкән уҡытыусы. 2010–2011 йылдарҙа – «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә баш мөхәррир урынбаҫары.

2011–2019 йылдарҙа – Башҡортостан президентының Граждандар мөрәжәғәттәре менән эшләү һәм уларҙы ҡабул итеү идаралығында йәмәғәт ҡабул итеү эшен ойоштороу буйынса бүлек мөдире, идаралыҡ начальнигы урынбаҫары, артабан шунда уҡ начальник. В 2019 йылда – БР Башлығының Муниципаль берәмектәр менән үҙ-ара эш итеү идаралығы начальнигы. 

2019-2026 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары, 2025 йылдың авгусынан ул БР Башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарҙы.

II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы, Рәсәй Федерацияһы Президентының маҡтау грамотаһы, Халыҡтар Дуҫлығы һәм Салауат Юлаев ордендары менән бүләкләнгән.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика