
20 октябрҙә республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы эш сәфәре менән Үзбәкстанға килде. Делегация составына төбәк хөкүмәте ағзалары, профилле министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, шулай уҡ бизнес вәкилдәре инде.
Республика Башлығы Радий Хәбиров Үзбәкстанды республикабыҙҙың төп партнерҙарының береһе тип атаны.
«Бөгөн беҙ Сәмәрҡәндтә – иҫ киткес ҡунаҡсыл илдең туристик ынйыһында. Шуға күрә Сәмәрҡәнд өлкәһе хакимы Адиз Мозафар улы Бобоев менән тикшерелгән мәсьәләләрҙең береһе тура авиабәйләнеште үҫтереүгә ҡағылды», — тип яҙҙы республика етәксеһе социаль селтәрҙәге рәсми сәхифәһендә.
Шулай уҡ ул башҡа йүнәлештәрҙә, атап әйткәндә, ауыл хужалығында уртаҡ эш пландары тураһында һөйләне.
Lasselsberger компанияһының генераль директоры Йозеф Лассесбергер саҡырыуы буйынса Башҡортостан делегацияһы Ташкент өлкәһе хакимы Зойир Мирзаев менән бергә Сәмәрҡәндтә Cemix төҙөлөш материалдары етештереү заводында булды.
«Әле ошо халыҡ-ара холдинг менән үҙ-ара эш итеүҙе киңәйтеү тураһында һөйләшеүҙәр алып барыла, шуға күрә бөгөнгө сәфәр – был йүнәлештә тағы бер аҙым», – тип һөйләне Радий Хәбиров.
Уның һүҙҙәренсә, Ташкент өлкәһендә «Бекабад» башҡорт-үзбәк технопаркы биләмәһендә беҙҙең беренсе завод төҙөлөшөнә старт бирелә.

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.