00:49 (UTC+5), 21 Сентября 2026

Дмитрий Медведев һайлауҙың яҡынса һөҙөмтәләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе

Фото: Азат Мөхәмәтйәнов | БР Башлығы хакимиәте

20 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы, «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбиров видеобәйләнеш аша селектор кәңәшмәһендә ҡатнашты. Рәсәй Хәүефһеҙлек советы рәйесе урынбаҫары, «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесе Дмитрий Медведев һайлауҙың уңышлы үтеүен билдәләне.

«Дошмандарҙың һайлау кампанияһын боҙорға маташыуына, террористик акттарына ҡарамаҫтан, һайлау кампанияһы тейешенсә үтте. Тәүҙә был тауыш биреүҙә ҡатнашҡан илебеҙ граждандарына ҙур рәхмәт әйткем килә», — тине Дмитрий Медведев.

Был Рәсәйҙә хәрби хәрәкәттәр, махсус хәрби операция шарттарында үткән тәүге федераль һайлауҙар, тип билдәләне «Берҙәм Рәсәй» рәйесе.

«Һайлауҙы ойоштороуҙа ҡатнашҡан һәм уны күҙәткән һәр кемдең оло хеҙмәте булмаһа, тауыш биреүҙе үткәреү мөмкин булмаҫ ине. Мин һайлау комиссияларын, ирекмәндәрҙе, ғөмүмән, был һайлау кампанияһын тәьмин иткән һәр кешене күҙ уңында тотам. Ҡайһы бер осраҡта, махсус хәрби операция биләмәһенә яҡын төбәктәрҙә кешеләрҙең ғүмеренә хәүеф янаны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аяныслы ваҡиғалар ҙа булды, әммә шуға ҡарамаҫтан, һайлау марафоны лайыҡлы кимәлдә үтте», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.

Медведев һүҙҙәренсә, экзитпол мәғлүмәттәре партия күрһәткән лайыҡлы һөҙөмтәне раҫлай.

Рәсәйлеләр артабан дәүләт власының төрлө кимәлендә идара итеүҙе «Берҙәм Рәсәй»гә ышанып тапшырырға мөмкин тип иҫәпләй, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Дмитрий Медведев.

«Быйыл беҙҙә Дәүләт Думаһына һайлауҙар булды, шулай уҡ төбәктәрҙә лә тауыш биреүҙәр үтте. Дөйөм алғанда, 20 мең мандат һайлауға тәҡдим ителде», — тип белдерҙе ул.

Быға тиклем «Башинформ» тауыш биреүҙең яҡынса мәғлүмәттәре менән уртаҡлашҡайны.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика