20:54 (UTC+5), 20 Сентября 2026

Башҡортостанда һайлауҙың тәүге һөҙөмтәләре билдәле булды

Шулай уҡ һайлау көндәрендә халыҡтың мөрәжәғәттәр һаны асыҡланды.

Фото: Валерий Шахов

Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала 20 сентябрь киске сәғәт 6-ға ҡарата һайлауҙа 2 091 854 кеше тауыш биргән. Был бөгөнгө көнгә төбәктәге дөйөм һайлаусылар һанының 71,52 проценты, тип хәбәр итте республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәдилов.

«Тауыш биреүгә тиклем республиканың Үҙәк һайлау комиссияһына 81 мөрәжәғәт килде. Граждандар кандидаттарҙы күрһәтеү һәм теркәүгә бәйле хоҡуҡи талаптар хаҡында белеште, тауыш биреү тәртибенә бәйле, шулай уҡ йәшәү урынын алмаштырыуға йә паспорттағы башҡа төҙәтеүҙәргә бәйле һайлау ҡағыҙындағы шәхси мәғлүмәттәрен асыҡлауҙы һоранылар. Ҡайһы бер кандидаттар һайлау хоҡуғын боҙоу осрағы буйынса мөрәжәғәт итте. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы бөтә ялыуҙар буйынса ла ентекле тикшереү үткәрҙе», — тип хәбәр итте брифингта төбәк Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәдилов.

18 сентябрҙә Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы туғыҙ мөрәжәғәт ҡабул иткән. Береһе кандидаттар тарафынан хоҡуҡ боҙоуҙарға, аныҡ ҡына әйткәндә, коррупцияға ҡағылған. Марат Ғәдилов аңлатыуынса, ғариза биргән кешене кандидаттарҙың, шул иҫәптән беҙҙең төбәктән ситтә күрһәтелгәндәрҙең мөлкәте һәм килеме борсоған.

19 сентябрҙә дүрт ялыу килгән. Улар һайлау кампанияһына асыҡлыҡ индереүгә һәм бер муниципалитетта агитация тәртибен боҙоуға ҡағылған. Төбәк Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары әйтеүенсә, мәғлүмәт раҫланмаған. 20 сентябрҙә коммунистар партияһынан Өфөнөң Киров районында һайлау участкаһына күҙәтеүсене үткәрмәүҙәре хаҡында ялыу ебәрҙеләр.

«Был осраҡ буйынса тикшереү бара», — тип белдерҙе республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы вәкиле.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика