12:38 (UTC+5), 19 Сентября 2026

Башҡортостанда ялған мәғлүмәт асыҡланды һәм юҡ ителде

Республикала һайлау эш режимында бара.

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Кисә ялған аккаунттан илдең бер нисә төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһында таратылған фейк асыҡланды. Был хаҡта 19 сентябрҙә Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә РФ Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары советы ағзаһы, «Бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингы» ассоциацияһы рәйесе Александр Брод белдерҙе.

«Йәнәһе, ир-егеттәр хәрби комиссариаттарҙа тауыш бирергә, был хаҡта отчет бирергә тейеш. Һайлауға тиклем үк мобилизация башланыуы тураһында ялған мәғлүмәт таралғайны. МХО барған ваҡытта йәнә ошо теманы үҙ маҡсаттары өсөн файҙаланырға, йәмғиәттә хәүеф тыуҙырырға маташтылар. Әлбиттә, фейк асыҡланды һәм республиканың ҡайһы бер абруйлы ресурстарында был мәғлүмәттең дөрөҫлөккә тап килмәүе тураһында хәбәр баҫылып сыҡты», — тине ул.

Һайлау эш режимында бара, тип билдәләне Александр Брод.

«Төрлө йәштәге кешеләр, шул иҫәптән 90-ды үткән инәйҙәр, олатайҙар килә. Халыҡ милли кейемдә килә, йәштәр күп. Һайлауға ҡыҙыҡһыныу ҙур, был ҡыуаныслы күренеш», — тип билдәләне спикер.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика