12:57 (UTC+5), 18 Сентября 2026

Башҡортостанда Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт үҙәге эшләй башланы

Өфөлә Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт үҙәге асылды.

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Һайлауға бәйле һорауҙар буйынса консультациялар һәм аңлатмалар алыу өсөн Үҙәк һайлау комиссияһының «ҡыҙыу элемтә» телефоны: 8 800 347 54 54. Һорауҙарға БР хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары һәм БР Үҙәк һайлау комиссияһы аппараты хеҙмәткәрҙәре яуап бирә.

Республикала бөтә һайлау участкалары ваҡытында асылды һәм үҙ эшен башланы, тип билдәләне брифингта БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов.

«Республика территорияһында Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙан тыш 28-се Ҡыҙыл һайлау округы буйынса БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлау, урындағы үҙидараның вәкәләтле органдары депутаттарын һайлау буйынса 36 кампания, шул иҫәптән Өфө ҡала советы депутаттарын, Ауырғазы һәм Белорет райондарының ике ауыл биләмәһе советы депутаттарын һайлау, шулай уҡ урындағы үҙидараның вәкәләтле органдары депутаттарын өҫтәмә һайлау буйынса һайлау кампаниялары уҙа», - тип иҫкә төшөрҙөләр БР Үҙәк һайлау комиссияһында.

Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙа 10 сәйәси партия ҡатнаша, төбәк төркөмдәрендә 65 кандидат бар.

Алты бер мандатлы округ буйынса 43 кандидат теркәлгән, депутат мандатына алты-һигеҙ кандидат.

28-се Ҡыҙыл һайлау округы буйынса республика парламенты депутатын өҫтәмә һайлауҙа биш кандидат теркәлгән. Сәйәси партияларҙан өс кандидат, икәүһе үҙен-үҙе күрһәткән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһында үткән брифингта.

Өфө ҡалаһы ҡала округы советы депутаттарын һайлауҙа берҙәм һайлау исемлегенә биш һайлау берекмәһенән 128 кандидат индерелгән.

18 бер мандатлы округта 87 кандидат теркәлгән. Депутат мандатына конкуренция дүрт-ете кеше тәшкил итә.

3250 участка һайлау комиссияһы урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләйәсәк. 1 июлгә ҡарата Башҡортостанда һайлаусылар һаны 2 955 278 кеше тәшкил итә.

«Теге йәки был сәбәптәр арҡаһында өйҙән сыға алмаған, әммә һайлауҙа ҡатнашырға теләгән граждандар өсөн өйҙә тауыш биреү ҡаралған. 20 сентябрҙә көндөҙгө 2-гә тиклем участка һайлау комиссиялары өйҙә, шул иҫәптән телефон аша тауыш биреүҙе һорап мөрәжәғәттәр ҡабул итә. Комиссияға тауыш биреүҙә ҡатнашыусы үҙе лә, уның исеменән башҡа кеше: туғаны, ирекмән, социаль хеҙмәттәрҙең вәкилдәре һәм башҡалара мөрәжәғәт итә ала», — тиелә Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы белдереүендә.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика