12:39 (UTC+5), 24 Августа 2026

Өфөлә Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға наградалар тапшырҙы

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәрби бурысын үтәгәндә батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәткән МХО яугирҙәрен бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ике яҡташыбыҙ генерал Шайморатов орденына һәм миҙалына лайыҡ булды.

Фото: скриншот | БР хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһе
Ләйлә Аралбаева

Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының танк батальонын тәьмин итеү взводының хужалыҡ бүлексәһе командиры Павел Пстыга генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнде. Сержант МХО башланғанға тиклем Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте аппараты хеҙмәткәре ине.

скриншот | БР хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһе
Фото: скриншот | БР хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһе

Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының Алмаз Сафин исемендәге 3-сө мотоуҡсылар батальонының бүлексә командиры Рим Әмирханов генерал Шайморатов миҙалына лайыҡ булды.

скриншот | БР хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһе
Фото: скриншот | БР хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһе

Яҡташтарыбыҙ хөкүмәттең оператив кәңәшмәһе барышында бүләкләнде.

- Мин һеҙҙең ҡаһарманлығығыҙ тураһында уҡыйым, һоҡланам, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Икеһе лә Геройыбыҙ исемен йөрөткән Алмаз Сафин исемендәге батальонда хеҙмәт итә.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика